Дөйөм педагогик стажы-32 йыл, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ-15йыл. Юғары категориялы уҡытыусы.
1996 йылдың август айында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, 2010 йылдың 12 мартында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы”ның Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
“Бүздәк яңылыҡтары”, “Бүздәгем-йәнтөйәгем”гәзиттәре биттәрендә уҡытыу һәм тәрбиә темаһына сығыштары баҫылып тора. Район мәғариф бүлеге үткәргән олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа уҡыусылары призлы урындарға лайыҡ булалар.
Ғәбдрәхимова Әлфиә Барый ҡыҙы райондың башҡорт теле уҡытыусылары алдында асыҡ дәрестәр күрһәтә, докладтар менән сығыш яһай. Буш ваҡыттарында әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ярата. Тормош иптәше менән 30 йыл татыу ғүмер итәләр.
Мин – уҡытыусы.
(Эссе)
Диңгеҙенән айырылһа,
Тамсы ҡала төҫһөҙ.
Ҡыуағынан айырылһа,
Былбыл һайрай хисһеҙ.
Төйәгенән айырылһа,
Сәсән ҡала һүҙһеҙ.
Ҡаяһынан алыҫ осһа,
Бөркөт була көсһөҙ.
…Эй, Тыуған ер,
Тамырҙарым һиндә,
Нишләр инем һинһеҙ?!
М. Сиражи.
Тыуған төйәк, тыуған ер,тыуған нигеҙ, атай йорто! Бала сағымдан ғәзиз, ҡәҙерле миңә был һүҙҙәр. Тыуған Башҡортостанымдан, районымдан алыҫҡа китәһем килмәне минең. Сөнки ҡайҙа ғына барһам да, тыуған ауылымды, яҡындарымды сикһеҙ һағына инем. Ошо теләгемде Аллаһы Тәғәлә ишетте кеүек. Районыбыҙҙа ҡалып йәшәүем, эшләүем менән бик тә бәхетлемен.
Минең яратып башҡарған эшем бар. Мин - уҡытыусы!
Бала сағымдан уҡытыусы булырға хыялландым. Мәктәптә уҡығанда, үҙемдән бәләкәй кластарҙа пионервожатый эшен алып барҙым. Улар менән төрлө әңгәмәләр, кластан тыш саралар, тәнәфестәрҙә уйындар үткәрә инек. Күрше малай һәм ҡыҙҙарҙы йыйып, дәрес бирергә яраттым. Йәйге каникулдарҙа үҙебеҙҙең ос балаларын ойоштороп, тәбиғәткә экскурсияға сыға инек. Шунда уйнаған уйындар, йырлаған йырҙар, һөйләгән шиғырҙар буласаҡ һөнәремә “баҫма” һалғандыр. Күңелем төбөндә күптән быҫҡып ятҡан ут, ниһайәт, ялҡынға әүерелеп, тормошомдо яҡтыртып, оҙата килә. Бик күп йылдар ошо һөнәремә тоғромон. Ғүмерем изге һөнәр юлында үткәнгә һөйөнәм. Һөнәремдең ни тиклем яуаплы булыуын аңлайым, шуға ла уҡыусыларымдың ышанысын аҡларға, иртә таңдан мәктәпкә ашығам. Сөнки мин бала күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән даръяла дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе. Ошо сифаттарҙың улар өсөн бик кәрәк булыуын һуңламай һәр баланың аңына ваҡытында еткереү ҙә уҡытыусы иңендә.
Эйе, уҡытыусы һөнәренең ауыр, шул уҡ ваҡытта иң кәрәкле булыуын яҡшы аңлайым. Был һөнәрҙе һайлаған кеше тәрбиәле, белемле, донъялағы барлыҡ матур сифаттарға эйә булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, тышҡы ҡиәфәте, холҡо, телмәре, яҡты йөҙө, саф күңеле менән дә тәрбиәләй. Үткәнемә әйләнеп ҡарайым да, ошоға нығыраҡ төшөнәм, сөнки һәр баланың бөгөнгөһө, киләсәге уҡытыусы ҡулынан үтә. Уҡытыусы уҡыусыларына йәшәү серҙәрен төшөндөрә, насар юлға аяҡ баҫмаҫҡа, ата-әсәңде, ололарҙы ихтирам итергә, уларҙың ҡәҙерен белергә, Тыуған илеңде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә саҡыра.
Мин хеҙмәт юлымды районыбыҙҙың Өстүбә мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булараҡ башланым. Икенсе тыуған ауылыма әүерелгән ауылға мин әле лә һағынып, теләп ҡайтып йөрөйөм. Бергә эшләгән коллегаларыма, уҡыусыларыма, ата-әсәләргә, ғөмүмән, ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәттәремде еткермәһәм, яҙыҡ булыр. Сөнки беҙ улар менән мәктәптә лә, мәҙәниәт йортонда ла, колхоз баҫыуҙарында ла ҡулға-ҡул тотоношоп эшләнек. Малсылыҡ фермаһына барып, һауынсы апайҙар, ағайҙар өсөн уҡыусылар менән концерттар ҙа ҡуйған саҡтар күп булды.Улар бөтә эштәрен, мәшәҡәттәрен ҡалдырып, балаларының сығыштарын ҡарап, рәмәттәрен әйтеп, тағы килеүебеҙҙе теләп оҙаталар ине. Ата-әсәләрҙең хөрмәтле мөнәсәбәте минең иңдәремә тағы ышаныс ҡанаттары ҡуя, эшемә дәрт өҫтәй торғайны.
Районыбыҙҙың 2-се һанлы мәктәбенә килеп эшләй башлаған йылды мин үҙем өсөн үҙгәртеп ҡороу осоро тиер инем. Хеҙмәтемдең алдағы йылдарында мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Мин - тел һаҡсыһы. Ниндәй ҙур яуаплылыҡ? »Иле барҙың-теле бар, теле барҙың-иле бар» тигән мәҡәл дә бар бит. Ниндәй хаҡ һүҙҙәр?!
Әлбиттә, был ваҡыттарҙа мин уҡыусыларым өсөн кәңәшсе, ярҙамсы булырға, һәр бер кеше ата – бабаһы мираҫ итеп ҡалдырған туған телен өйрәнергә тейешлеген һаҡ ҡына аңдарына еткерергә тырыштым.
Рус мәктәптәрендәге балаларҙы туған телгә өйрәтеү буйынса үткәрелгән республика ҡалалары конференцияларында, семинарҙарында булырға, яңы төр дәрес методикаһын үҙләштерергә тура килде.
11 йыл туған телдәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләүем миңә коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашырға, рус мәктәптәрендә уҡытыу серҙәрен төшөнөргә ярҙам итте. Һәр бер күргән, ишеткән яңылыҡты уҡытыусыларыма, уҡыусыларыма ваҡытында еткерә барҙым, уртаға һалып һәйләшә инек. Шуныһы ҙур ярҙам булды: Башҡортостан мәғариф Министрлығынан уҡыу әсбаптары, методик, дидактик материалдар ваҡытында килеп торҙо, әле лә шулай дауам итә. Ошо йылдарҙа мәктәбебеҙҙә туған телдәрҙе өйрәнеү ныҡлы тәртипкә һалынды. Һәр бер уҡытыусының эше, уҡыусыларҙың дәфтәре, дәреслеге күҙ алдында булды.
Ғүмер үтә, заман үҙ талаптарын ҡуя. Заман талабы, йәғни федераль дәүләт стандарттарының маҡсаты булып, башҡорт телен балаларға уларҙың туған теле булараҡ өйрәтеү, тел аша уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен тәрәнәйтеү, киңәйтеү, балаларға көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн социаль тәжрибә тупларға ярҙам итеү тора, йәғни уларҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы йәшәй белгән, үҙ илен, халҡын яратҡан, тормошта үҙ урынын табып, күңеле яратҡан шөғөлө аша үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына, халҡына тоғро хеҙмәт иткән шәхес итеп тәрбиәләү тора.
Ә мин үҙ алдыма уҡыусыла күңел матурлығы, сафлығы, тормошто ярата белергә, уның төрлө һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, үҙ аллы белем алырға өйрәтеү бурыстарын ҡуйҙым.
Дәрестәремде заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәререгә тырышам. Бөгөнгө дәрестәрем проблемалы һорауҙар ярҙамында, уҡыу мәсьәләләрен үҙҙәре ҡуйыуҙан башлана. Традицион дәрестәрҙән тыш, дәрес-КВН, дәрес-сәйәхәт, уйын-дәрес, презентация-дәрес, ролле уйындар кеүек ижади дәрестәр юғары нәтижәләргә ирешергә ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар кроссвордтар, ребустарҙы яратып сисәләр, тест һорауҙарына теләп яуап бирәләр.
Көләмәстәр, уйындар, йомаҡтар, мәҡәлдәр ярҙамында халҡымдың ауыҙ-тел ижадына байҡау яһайбыҙ.
Бала дәрестә үҙ аллы фекер йөрөтә белергә тейеш. Шуға күрә күберәк уҡыусыларҙы тыңларға тырышам. Һорауҙарыма тулы яуап биреүҙәрен көтәм. Дәрестәге эштәренә үҙ-үҙҙәренә баһа ҡуйырға ҡушам. Дәрестең йоғаҡлау өлөшөн дә уҡыусыларҙың үҙҙәренә тапшырам.
Заман талабы буйынса, теләһәң, теләмәһәң дә, предметҡа, телгә мөхәббәт уятыу өсөн яңы методик алымдар эҙләргә тура килә. Дәрестәремдә уйын технологияһын, аралашыуға өйрәтеү технологияһын ҡулланам, электрон дәреслектәр менән эшләйбеҙ.
Хәҙерге мәктәпте информацион технологияларҙан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Компьютер технологияларын, мультимедиа презентацияларын һәр дәрестә әүҙем ҡулланыу, уҡыусыны һәр яҡлап үҫтерергә ярҙам итә. Мультимедиа технологияһы слайд - иллюстрациялар күрһәтергә, ситтән тороп экскурсия үткәрергә мөмкинлек бирә.
Киләсәккә өмөт менән йәшәйем һәм эшләйем.Заман менән бергә атлайым тиһәң, ваҡытты дөрөҫ ҡулланырға, һәр минуттың ҡәҙерен белергә кәрәк. Бар мәшәҡәттәремде бер ситкә ҡуйып, бөгөнгө эшемде иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа тырышып, алдағыларына әҙер тороу яғын ҡайғыртам.
Алдыма ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, миңә “Башҡортостан уҡытыусыһы ”, «Ғаилә һәм мәктәп», «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдары, «Киске Өфө», «Асыҡ дәрес» гәзиттәре ҙур ярҙам итә.
Һәләтле балалар менән эшләү нәтижәһе булып, уҡыусыларымдың район олимпиадаларында, конкурстарында уңышлы сығыш яһауҙары тора. Инша бәйгеләрендә телебеҙҙең байлығын күрһәтергә тырышабыҙ.
“Мин бәхетле тыуған еремдә!” ,“Тарихың бай һинең, Башҡортостан!”, “Абдулхаҡ Игебаев – тыуған ер, тыуған Урал шағиры”, “Яратҡан уҡытыусым”, “Минең ғаиләм”, “Башҡортостан – тыуған төйәгем” темаларына яҙылған иншалар район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Башҡортостандың суверенитет яҡлау көнөнә бағышланған ун көнлөккә ентекле әҙерләнәбеҙ. Тантаналы линейкалар, асыҡ дәрестәр, республикамдың билдәле шәхестәренә бағышланған кластан тыш саралар бик йәнле үтә.
«Сөмбөлә», «Нәүрүз» байрамдары, «Балаға исем ҡушыу», «Өләсәйем һандығы» кеүек милли йолаларыбыҙҙы сағылдырған сараларҙа уҡыусылар үҙ таланттарын оҫта күрһәтәләр. Был байрамдар аша улар үҙ халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнә.
Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә үҙ телен яратыр, халҡына ихтирамлы булыр, хеҙмәте менән милләт, ил һағында торор, йәғни рухи һәм әхлаҡи яҡтан дөрөҫ тәрбиә алып, ысын Кеше булыр, тип ышанам. Ошо уйҙар менән мин тағы яратҡан эшемә - уҡыусыларым янына ашығам.
Методическая копилка
Скачать С.Юлаевтың тыуыуына 260 йыл
Скачать Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы
Скачать Александр Матросов
Скачать Гаилә-бәхет ачкычы
Скачать М.Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғыры